Черногория иҡтисады
Черногория иҡтисады | |
Валюта |
Евро (EUR) |
---|---|
Фискаль йыл |
календарь |
Халыҡ-ара ойошмалар |
Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы |
Статистика | |
ВВП (номиналь) |
$5,46 млрд (номинал, 2018)[1] |
Һатып алыу мөмкинселеге (ППС) буйынса ВВП |
$11,94 млрд (2018) |
ВВП үҫеше (ППС буйынса) |
▲ 5,1 % (2018) |
Бер кешегә ВВП (ППС буйынса) | |
Инфляция (ИПЦ) |
2,6 % (2018)[1] (2018) |
Ярлылыҡ сиге артындағы халыҡ |
7 % (2007) |
Кеше үҫеше индексы (ИЧР) |
49-е место (2010) |
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ |
259 100 (2004) |
Эшһеҙлек кимәле |
16,1 % (2017)[2] |
Төп өлкәләр |
ҡара, төҫлө металлургия, |
Тышҡы сауҙа | |
Экспорт |
599,02 млн $ (2007) |
Экспорт буйынса партнёрҙар |
Сербия (28,3 %), Италия (27,4 %), Греция (12,3 %), Венгрия (11,6 %) (2006) |
Импорт |
2 134,38 млн € (2007) |
Импорт буйынса партнёрҙар |
Сербия (29,9 %), Германия (10 %), Италия (9,8 %), Хорватия (3,9 %), (2006) |
Дәүләт финанстары | |
Дәүләт бурысы |
38,0 % ВВП (2006) |
Тышҡы бурыс |
$650 млн(2006) |
Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США |
Черногория күсмә иҡтисадлы илдәр тибына ҡарай. Дәүләт Югославия һуғыштары, Югославиялағы тарҡалыу һәм БМО-ның иҡтисади санкциялары һөҙөмтәһендә сәнәғәттең түбәнәйеүе эҙемтәләренән аяҡҡа баҫып килә. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә Черногория иҡтисадының төп тармағы булып туризм тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдә индустриялаштырыу XX быуат башында ғына башлана, ул ваҡытта ил Черногория кенәзлеге тип йөрөтөлә. Бының сәбәбе булып халыҡ һанының аҙ булыуы, файҙалы ҡаҙылмаларҙың ҙур ятҡылыҡтарының булмауы, инфраструктураның көсһөҙлөгө тора. Әммә иҡтисади артта ҡалыу ыңғай эҙемтәләре була — Черногория экологияһы сәнәғәт ҡалдыҡтары менән быусранмай. Илдә тәүге фабрикалар XX быуаттың беренсе ун йыллығында барлыҡҡа килә. Әммә Балҡан һуғыштары, Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары арҡаһында сәнәғәт үҫеше туҡтай. Донъя һуғыштары араһындағы тәнәфестә ауыл хужалығы милли иҡтисадта үҙенең өҫтөнлөклө урынын һаҡлап ҡала.
Югославия составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышынан һуң Черногория Югославия составына инә һәм иҡтисадтың йылдам үҫеше башлана. Илдә урбанизация һәм индустриялаштырыу тиҙ бара. Индустриаль сектор электр энергияһы, ҡара металлургия, күмер сығарыуға нигеҙләнә, 80-се йылдар аҙағында халыҡ-ара суднолар йөрөү һәм бигерәк тә туризм үҫеш ала.
1991 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Югославия тарҡалғандан һуң алдан гарантияланған баҙарҙарҙы һәм ҡулланыусыларҙы юғалтыу сәнәғәттең бөлгөнлөккә төшөүенә килтерә, сөнки етештереү кәмей һәм 1989 йылда башлап ебәрелгән хосусилаштырыу программаһы өҙөлә. Югославия баҙарының тарҡалыуы һәм 1992 йылдың майында БМО-ның иҡтисади санкцияларының индерелеүе сәбәпле, Черногория Икенсе донъя һуғышынан һуң иң ҙур иҡтисади һәм финанс көрсөгө кисерә. 1993 йылда черногорҙарҙың 2/3 өлөшө фәҡирлек сигенән түбән йәшәй. БМО санкцияларын индереүҙән финанс юғалтыуҙар яҡынса 6,39 миллиард АҠШ долларына тиң. Был осор гиперинфляция менән билдәләнә, ул кешелек тарихында көсө буйынса икенсе була (1994 йылдың ғинуарында 3 миллион процент).
Географик үҙенсәлектәре арҡаһында (Черногория Адриатик диңгеҙгә сыға ала һәм Албания менән Скадар күле буйлап һыу сиге бар) ил контрабандистар эшмәкәрлеге үҙәгенә әйләнә. Черногорияла етештереү тулыһынса тиерлек туҡтай, һәм республикала төп иҡтисади әүҙемлек беренсел кәрәкле продукттарҙың контрабандаһы тирәләй туплана, хаҡтар ҡырҡа күтәрелә. Был асылда легалләштерелгән практикаға әйләнә һәм йылдар дауамында дауам итә.
Сербия менән союздан сығыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылда Мило Джуканович Черногория демократик социалистар партияһын (ДПС) етәкләй һәм Сербиянан айырылыу сәйәсәт үткәрә башлай. Черногория хөкүмәте инфляцияға ҡаршы көрәш һылтауы менән түләү сараһы булараҡ немец маркаһының һәм серб динарының бер үк ваҡытта йөрөүен раҫлай. 2000 йылда марка Черногорияның берҙән-бер валютаһы менән раҫлана, ә 2002 йылда республика евроға күсә. Бынан тыш, Черногория хөкүмәте федераль хөкүмәттән Черногориялағы бөтә иҡтисади власты үҙенә тапшырыуҙы талап итә. Шуның арҡаһында Сербия һәм Черногорияның беоләшмәһен — ике республика конфедерацияһын барлыҡҡа килтерә, унда Черногория хөкүмәтенә ҙур иҡтисади азатлыҡ бирелә.
бынан һуң хосусилаштырыу, ҡануниәтте үҙгәртеп ҡороу, өҫтәмә ҡиммәткә һалым индерелә. Хөкүмәт иҡтисадты үҫтереүҙең урта сроклы планын тәҡдим итә. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, был осорҙа республикала йәшәү кимәле ҡырҡа үҙгәрмәй. Джуканович етәкселегендәге Черногория хөкүмәте әкрен үҫештә Сербияны ғәйепләй. Уларҙың дәлиле — Сербияла тышҡы бурыстың Черногорияға ҡарағанда өстән бер өлөшкә юғарыраҡ булыуы, ә Черногорияла эшһеҙлек күпкә түбән булыуы. Бынан тыш, Сербия хөкүмәте менән элекке Югославия буйынса Халыҡ-ара трибунал (Гаага трибуналы) араһында тикшереүҙең дауам итеүе, шулай уҡ Косово мәсьәләһенең хәл ителмәүе инвесторҙар өсөн Черногорияның йәлеп итеүсәнлеген кәметә һәм уның Европа берләшмәһенә һәм НАТО-ға инеүенә ҡамасаулай.
2006 йылдың 21 майында референдум үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса Черногория бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Бойондороҡһоҙлоҡ осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң Черногория иҡтисадты туристик эшмәкәрлеккә йүнәлтеүен дауам итә, элиталы курорт үҙәге булырға һәм Европа берлегенә инергә ынтыла. Туризм өлкәһенә сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, шулай уҡ инфраструктураны үҫтереүгә көс һалына, шунһыҙ туризмды үҫтереү мөмкин түгел.
2006—2007 йылдарҙа Черногорияла күсемһеҙ милеккә ихтыяж арта. Күп кенә европалылар, шул иҫәптән рәсәйлеләр ҙә, илдең яр буйҙарында күсемһеҙ милек һатып ала. 2008 йылда йән башына инвестициялар Черногорияға Европалағы берәй илгә ҡарағанда күберәк килә. Һуңғы йылдарҙа Черногория бик тиҙ үҫешә. Шуға ҡарамаҫтан, донъя иҡтисади көрсөгө (2008—2013) иҡтисад үҫеше темптарының түбәнәйеүенә һәм хатта рецессияға килтерә: инвестициялар, ял итеүселәр һаны кәмей, сәнәғәт шулай уҡ етди ҡыйынлыҡтар кисерә.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногория иҡтисадының нигеҙен ҡара металлургия (үҙәге — Никшичта), алюмин етештереү (Подгорица), электротехник сәнәғәт (Цетинье), резина-техник, химия сәнәғәте һәм подшипниктар етештереү (Котор), туҡыу сәнәғәте (Биело Поле), суднолар төҙөү һәм суднолар ремонтлау (Биела, Баршич, Барши), ағас эшкәртеү (Рожа, Ник, Никелев, Пля) тәшкил итә.
Иң мөһим файҙалы ҡаҙылмалары — бокситтар, тимер мәғдәне һәм күмер тора. Төп сәнәғәт эшмәкәрлеге тәмәке үҫтереү, тоҙ сығарыу һәм алюмин етештереү менән бәйле.
Ауыл хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногорияның климат шарттары ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бында иген культуралары, төрлө емеш-еләк (цитрус, виноград, инжир һ.б.) һәм йәшелсә, тәмәке үҫтерелә. Илдә малсылыҡ, ит-һөт продукцияһы етештереү алға киткән. Экологик таҙа ерҙәр юғары сифатлы тәбиғи продукция етештереү мөмкинлеге бирә[3].
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980-се йылдар аҙағынан Черногория йәйге һәм ҡышҡы туризм үҙәгенә әйләнә. Херцег-Нови, Будва, Бечичи, Петровац ҡалаларында халыҡ-ара курорттар, шулай уҡ тарихи һәм тәбиғи иҫтәлекле урындар — Котор ҡултығы ярындағы Котор ҡалаһы (Цетиньеның элекке баш ҡалаһы), Скадар күле, Ловчен тауы, Острогтың монастыры, Тара йылғаһы каньоны (Европала иң ҙуры һәм донъяла икенсеһе: тәрәнлеге 1300 метрға етә), Дурмитор милли паркы һәм уның тау саңғыһы курорты Жабляк (диңгеҙ кимәленән 1465 метр бейеклектә, ул Балҡандың иң бейектә урынлашҡан ҡалаһы) бик популяр. Дәүләт сәйәсәте туризмды төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән, уға сәнәғәт һәм ауыл хужалығына ҡарағанда ла күберәк өҫтөнлөк бирелә. Быны Черногорияны «экологик дәүләт» тип иғлан итеү иҫбатлай.
2019 йылдың мартында Черногория рәсәйлеләр өсөн илдә визаһыҙ йәшәү ваҡытын 90 көнгә тиклем арттыра[4].
Финанстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногория милли валюта сифатында евроны бер яҡлы рәүештә индерә. Әммә, Европа зонаһы ағзаһы булмаһа ла, илдең евро эмиссияларына хоҡуғы юҡ һәм сит илдән килгән аҡса менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр була (атап әйткәндә, сит ил туристарынан). Бындай шарттарҙа илдең Үҙәк банкы Европа Үҙәк банкы үткәргән сәйәсәт йүнәлешендә барырға мәжбүр.
Черногория фонд биржаһы Подгорицала урынлашҡан.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылға тышҡы сауҙа күләме 2806 млн доллар тәшкил итә[5]. Черногорияның тышҡы сауҙаһының географик бүленеше (2014 йыл)[6]:
- Европа берлеге илдәре — 44,0 % (1238 млн доллар).
- Рәсәй — 0,3 % (10 млн доллар)
- Ҡытай — 6,4 % (179 млн доллар)
- Төркиә — 2,0 % (55 млн доллар)
- Америка илдәре — 1,9 % (53 млн доллар)
- Африка илдәре — 0,15 % (0,5 млн доллар)
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногория территорияһы буйлап бер нисә трансевропа магистрале үтә: E65, E80, E762, E763, E851. Илдә 6 аэропорт бар, шуларҙың 2-һе халыҡ-ара (Подгорица, Тиват). Баш ҡаланы Белград һәм Шкодер менән тимер юл бәйләй.
Хеҙмәт ресурстары һәм мәшғүллек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң ҙур проблема булып (Европаның ярлы илдәрендә: Рәсәйҙә, Украинала, Белоруссияла һәм башҡаларҙа кеүек үк), йылдан-йыл эшкә һәләтле эшсе көстәрҙең етешмәүе һәм тыуымдың түбән булыуы һәм халыҡтың донъяның башҡа, байыраҡ илдәренә, күсенеүе арҡаһында пенсионерҙар һанының йылдан-йыл артыуы тора. Демографик көрсөк бигерәк тә Европа һәм Азияның күп кенә үҫешкән илдәрендә — Черногорияла, Молдавияла, Беларуссияла, Украинала, Рәсәйҙә, Ҡытайҙа, Таиландта һәм башҡаларҙа ҡатмарлы хәл тыуҙыра. Формаль булмаған, күләгәле иҡтисадтың киң таралыуы, тыуым кимәленең түбәнәйеүе, эшһеҙлектең тағы ла артыуы, пенсионерҙарҙың тағы ла артыуы арҡаһында эшкә яраҡлы халыҡтың рәсми рәүештә эшләүсе өлөшөнөң тағы ла кәмеүе уны тағы ла киҫкенләштерә.Ул йәш, иҡтисади яҡтан әүҙем һәм иң эшкә һәләтле халыҡтың донъяның бай илдәренә әүҙем эмиграцияһы менән бергә илдең иҡтисади үҫешен әкренәйтә, һәм, һөҙөмтәлә, илдә эш хаҡының һәм йәшәү кимәле яй үҫешә, был үҙ сиратында үҫешкән илдәрҙәге йәшәү кимәленә яҡынлашыуын тотҡарлай[7][8][9][10][11][12][13][14][15][16][17][18][19][20][21][22][23][24][25][26][27]. Европаның һәм Азияның бай үҫешкән илдәре йыш ҡына демографик көрсөк мәсьәләһен сит ил эшсе көсөн индереүгә квоталарҙы арттырыу юлы менән генә хәл итә, шул уҡ ваҡытта квалификациялы, хатта квалификацияһыҙ сит ил эшсе көстәрен иҡтисади йәһәттән йәлеп итә алмаған ярлы, үҫешеүсе илдәр үҙҙәрен тәьмин итә алмай. Мәҫәлән, Черногория иҡтисады киң тикшерелгән проблемаға юлығыуы ихтимал — Черногория халҡы байыуға ҡарағанда тиҙерәк ҡартайырға мөмкин. Был Черногорияла йәшәү кимәленең үҫешен әкренәйтеүгә һәм Азияның, Европаның башҡа үҫешкән һәм бай иҡтисадтарының: Японияның, Корея Республикаһының, Германияның, Францияның, Швецияның, Францияның эш хаҡына яйыраҡ яҡынайыуға килтереүе ихтимал. Иң насар осраҡта был Японияла ике тиҫтә йыл дауамында күҙәтелгән торғонлоҡҡа оҡшаш иҡтисади тотороҡһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал. Әммә Японияның иҡтисади яҡтан үҫешкән, бай, эш хаҡы юғары булған ил, ә Черногория үҫешә генә.
Халыҡтың килеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдан алып минималь эш хаҡы күләме 288,05€ (тулайым) һәм €193 (саф)[28] [29] [30][31]. 2018 йылдың ноябренә ҡарата Черногорияла уртаса эш хаҡы күләме айына 769 евро (863,79 доллар, тулайым) һәм 512[32] (575,11, саф) тәшкил итә. 2019 йылдың 1 июленән минималь эш хаҡы күләме 15 процентҡа артҡан һәм 222 евроға етә[33][34][35].
Кейтц индексы 2019 йылдың 1 июленән арта һәм (уртаса €512 һәм минималь €222[32][36][37][38][39]) яҡынса 43 % тәшкил итә. 2021 йылдың майына ҡарата Черногорияла уртаса эш хаҡы күләме айына — €792, ($938,84, брутто) һәм €530 ($628,26, нетто)[40]. 2021 йылдың 1 июленән минималь эш хаҡы күләме (нетто) — €250[41][42][42][43]. 2022 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы — €567,54 (тулайым) һәм €450 (саф)[44][45][46][47][48]. 2022 йылдың февраленә ҡарата Черногорияла уртаса эш хаҡы күләме айына — €875, ($951,69, брутто) һәм €706 ($767,88, нетто).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Report for Selected Countries and Subjects .
- ↑ Europe :: Montenegro — The World Factbook - Central Intelligence Agency 2009 йыл 12 сентябрь архивланған.
- ↑ Экономика Черногории 2019 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ СМИ: Черногория увеличила для россиян срок безвизового пребывания в стране до 90 дней . ТАСС. Дата обращения: 22 март 2019.
- ↑ Максакова М. А. Тенденции развития экономического сотрудничества России и стран Западных Балкан. Диссертация на соискание ученой степени кандидата экономических наук. — М., 2015. — С. 40. Режим доступа: http://mgimo.ru/science/diss/maksakova-ma.php
- ↑ Максакова М. А. Тенденции развития экономического сотрудничества России и стран Западных Балкан. Диссертация на соискание ученой степени кандидата экономических наук. — М., 2015. — С. 40 — 41. Режим доступа: http://mgimo.ru/science/diss/maksakova-ma.php
- ↑ The Demographic Decay of the Modern Europe — CIRSD
- ↑ The European countries that desperately need migrants to avoid demographic decline—and those that don’t
- ↑ https://cor.europa.eu/en/engage/studies/Documents/The%20impact%20of%20demographic%20change%20on%20European%20regions/Impact_demographic_change_european_regions.pdf 2019 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ Eastern Europe’s Lethargic Economies | PIIE
- ↑ Immigration Is Good for Economic Growth. If Europe Gets It Right, Refugees Can Be Too. | HuffPost
- ↑ https://www.imf.org/external/pubs/ft/sdn/2016/sdn1607.pdf
- ↑ The Cost of Low Fertility in Europe | NBER
- ↑ [1] 2019 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Re-Emerging Diversity: Rapid Fertility Changes in Central and Eastern Europe After the Collapse of the Communist Regimes — Persée
- ↑ http://www.demoscope.ru/weekly/knigi/epc/EPC2003.pdf
- ↑ [2] 2017 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ https://arxiv.org/pdf/1610.08956
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 31 май 2019. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2015 года.
- ↑ The Competitive Edge in Central and Eastern Europe — Emerging Europe | Intelligence, Community, News
- ↑ European Regional Populations: Current Trends, Future Pathways, and Policy Options
- ↑ Thailand Economic Monitor — June 2016: Aging Society and Economy
- ↑ NAST Philippines
- ↑ Economic policy and population change in Thailand — ScienceDirect
- ↑ https://scholarspace.manoa.hawaii.edu/bitstream/10125/22535/EconomicImpactOfDemographicChangeInThailand1993%5Bpdfa%5D.PDF 2020 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Thailand’s Demography Challenge | The Asia Foundation
- ↑ https://files.eric.ed.gov/fulltext/EJ1160181.pdf
- ↑ Eurostat — Tables, Graphs and Maps Interface (TGM) table
- ↑ Data services — Eurostat
- ↑ Minimum Wage in Europe — Google Public Data Explorer
- ↑ Детаљи . Poreskauprava.gov.me. Дата обращения: 4 март 2014. 2018 йыл 26 август архивланған.
- ↑ 32,0 32,1 Statistical Office of Montenegro, Average earnings (wages) November 2018 . Monstat.org. Дата обращения: 28 декабрь 2018.
- ↑ Crna Gora: Od 1. jula minimalna zarada 222 eura | Crna Gora | Al Jazeera Balkans
- ↑ Minimalna zarada od 1. jula 222 evra | Novosti.RS
- ↑ Crnogorci povećali minimalac na 222 € — Biznis Telegraf.rs
- ↑ Dobra vijest za zaposlene: Minimalac od 1. jula 222 eura — CdM
- ↑ RTCG — Radio Televizija Crne Gore — Nacionalni javni servis :: Ekonomija :: Od 1. jula minimalna zarada 222 eura
- ↑ Povećanje minimalne zarade će bitno popraviti status zaposlenih | MINA
- ↑ Minimalna zarada u Crnoj Gori povećana na 222 evra
- ↑ Uprava za statistiku — MONSTAT
- ↑ Minimalna zarada od jula biće uvećana na 250 eura
- ↑ 42,0 42,1 Minimalna zarada povećana na 250 eura — Investitor
- ↑ Crna Gora: Povećan iznos minimalne zarade na 250 eura
- ↑ Od januara 2022. u Crnoj Gori najniža plata 450 eura
- ↑ Sada i zvanično — minimalac u Crnoj Gori 450 evra
- ↑ play
- ↑ Minimalna zarada 450 eura od januara 2022
- ↑ Evropa sad! — Ministarstvo finansija i socijalnog staranja
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экономика и финансовые новости
- The Njegoskij Fund Public Project >> Краткий обзор страны
- CIA World Factbook — Черногория 2009 йыл 12 сентябрь архивланған.
Портал «Черногория» | |
Черногория Викимилектә |